+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Май 2022, 09:52

Йәштәргә - эш

 Өфөлә 26 майҙа “Йәштәргә - эш” тигән дөйөм ҡала вакансиялар йәрминкәһе үтә. Акцияны үткәреү урыны итеп Арт- квадрат майҙансығы һайланған. 30 предприятиенан йәштәргә 160 вакансия тәҡдим ителәсәк һәм эшкә урынлашҡанда  дәғүәселәрҙең хеҙмәт стажы мөһим түгел.

"Йәштәргә- эш" вакансиялар йәрминкәһенә Башҡортостандың 36 юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорто студенттары саҡырылған. Республиканың мәшғүллек үҙәктәре лә традицион эш урындары тәҡдим итәсәк: улар йәмәғәт туҡланыуы, эре сауҙа ритейлерҙары, стрит- фуд предпритяиелары, шулай уҡ республика  заводтары. Шулай уҡ Рәсәй студент отрядтарының республика бүлексәһе вакансиялары менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Римма Нәзметдинова белдергән.

Шулай уҡ карьера коучингы буйынса майҙансыҡтар эшләйәсәк. Ул яңы һөнәр үҙләштереүгә коуч- сессияларҙы үтеүҙе күҙ уңында тота. 

 Бөтә ҡала йәрминкәләрендә профориентация, ҡайтанан уҡыу, үҙ эшеңде асыу буйынса бушлай консультация алырға мөмкин.

Сара 26 майҙа, 15 сәғәттә башлана.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: