-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Май 2022, 19:57

Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында милли аштар бәйгеһе үтәсәк

Сибайҙа 3 июндә "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы конкурс-күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.

Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында милли аштар бәйгеһе үтәсәк
Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында милли аштар бәйгеһе үтәсәк

Сибайҙа 3 июндә "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы конкурс-күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Еңеүсегә 30 мең һум тапшырыласаҡ, икенсе урынға – 20, өсөнсө урынға 10 мең һум вәғәҙә ителә. Шулай  уҡ үҙенсәлекле аш-һыу рецебы, милли аш-һыу традицияларын һаҡлауға һәм таратыуға ҙур өлөш индергән өсөн, тематик өҫтәлдең иң матур презентацияһы, милли ризыҡ төрлөлөгө, аш-һыу әҙерләүҙә яңы технологиялар ҡулланған һәм үҙенсәлекле сеймал файҙаланған өсөн аҡсалата бүләктәр ҡаралған. Приз күләме – 5 мең һум.  Баһалау өсөн махсус әҙерләнгән ризыҡтың сифаты ла, тәме лә, табынға нисек биҙәлеп тәҡдим ителеүе лә иҫәпкә алына.

Ҡатнашыусыларға  http://башкирскаякухня.рф сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-917-745-17-83 (Венера Нуриахметова) телефонына шылтыратып белә алаһығыҙ.

Фото – асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: