

Кисә Өфөлә, ВДНХ-Экспо майҙансығында, 30-сы «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 35 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан 250 компания ҡатнаша. Бында Ҡурған кластеры предприятиеларының коллектив экспозицияһы бар, Иркутск өлкәһенең коллектив экспозицияһы үҙенең предприятиеларын беренсе тапҡыр күрһәтә.
Форум быйыл, Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы билдәләнгән йылда, айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Нефть химияһы һәм газ тармаҡтары, билдәле булыуынса, республика иҡтисадының нигеҙе булып тора.
Эшлекле программа сиктәрендә кисә «Рәсәйҙең нефть-газ комплексы: үҫеш йүнәлештәре, саҡырыуҙар һәм фараздар» стратегик сессияһы үтте.