+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Мая 2022, 03:30

Башҡортостандың Арбитраж судында яңы рәйес

23 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, федераль суд судьялары тәғәйенләнде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Арбитраж судында яңы рәйесБашҡортостандың Арбитраж судында яңы рәйес
Башҡортостандың Арбитраж судында яңы рәйес

23 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, федераль суд судьялары тәғәйенләнде.  

Документтан билдәле булыуынса, алты йылға Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды рәйесе вазифаһы Николай Архиереевҡа йөкмәтелде.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты Указы менән  Дәүләкән районы суды рәйесе итеп — Светлана Вяткина, Өфөнөң Калинин районы суды рәйесе урынбаҫарына Марсель Ишкубатов тәғәйенләнде.

Марат Ғәлләмов, Лилиә Кәлимуллина һәм Ирек Сәлимов Башҡортостандың Юғары суды судьялары булып китте. 

Автор:
Читайте нас