

Рәсәйҙә һуңғы ике йылда балалар өсөн ике яңы пособие булдырылды – башта өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарға, яңыраҡ – һигеҙ йәштән ун ете йәшкә ҡәҙәргеләр өсөн. Ҡағыҙҙа улар – төрлө түләүҙәр, ғәмәлдә иһә уларҙы алыу шарттары ла, иҫәпләүҙәр ҙә, суммалары ла бер үк. Түбәндә ошо пособиелар буйынса күптәр күңелендә йөрөгән һорауҙарға яуаптар бирелә.
Был пособиены кемдәр алырға хоҡуҡлы?
Айлыҡ түләүҙе алыу өсөн өс шарттың үтәлеүе мөһим.
Беренсенән, ғаиләнең бөтә бәлиғ булған ағзаларының даими рәсми табышы алыуы мотлаҡ. Ләкин ғаиләнең дөйөм килеме, уртаса алғанда, йән башына йәшәү минимумынан кәмерәк булыуы шарт. Йәғни ғаилә аҙ килемле булырға тейеш.
Икенсенән, ғаилә исемендәге фатир, машина һәм башҡа милектең берәүҙән артмауы мөһим. Был “мохтажлыҡ критерийы” тип атала.
Өсөнсөнән, ата-әсәнең дә, баланың да Рәсәй граждандары булыуы һәм даими рәүештә Башҡортостанда йәшәүе зарур.
Түләүҙәр бер йылға билдәләнә. Уны алыу хоҡуғы балаға өс йәш тулған көндән башлана, ун ете йәш тулғанда пособие түләү туҡтатыла.
Һеҙгә күпме аҡса тейеш?
Башҡортостанда был пособиеның төп (база) күләме – 5 339,5 һум. Әгәр был сумманы ҡушҡандан һуң ғаиләнең табышы йәшәү минимумына етмәй икән, түләүҙәр 8 009,25 һумға тиклем артасаҡ. Инде был осраҡта ла табыш йәшәү минимумынан кәм булһа, һәр бала өсөн түләү 10 679 һумға еткереләсәк.
Шуныһы мөһим: өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәрҙә “тарификация” көндәр буйынса бара, әгәр баланың тыуған көнө айҙың 15-се көнөндә икән, тәүге һәм һуңғы айҙа һеҙ сумманың яртыһын ғына аласаҡһығыҙ. 8-17 йәшлектәр өсөн түләүҙәр айлап иҫәпләнә – ғаризаны ниндәй көндә биреүегеҙгә һәм балағыҙҙың тыуған көнө ҡасан булыуға ҡарамаҫтан, һеҙгә тулы сумманы бирелә. Ике программаның берҙән-бер айырмаһы шунда.
Апрелдә үк ғариза яҙғайныҡ, һаман пособие килмәй..
Ҡағиҙә буйынса, ғаризаны ҡарауға 30 эш көнө бирелә. Ғәҙәттә ғаризалар күпкә тиҙерәк ҡарала, ләкин 8-17 йәшлектәр өсөн пособиелар – яңы, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, уны 175 меңдән ашыу ғаилә аласаҡ һәм бөтә ғаризаларҙы ла тиҙ арала эшкәртеү бик ауыр. Борсолмағыҙ, үҙегеҙгә тейешле түләүҙәрҙе мотлаҡ аласаҡһығыҙ.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: 8-17 йәшлек бала өсөн түләүгә ғаризаны июндә яҙһағыҙ ҙа, ул апрель һәм май өсөн дә биреләсәк – әгәр балағыҙҙың йәше тура килһә, әлбиттә! Программа ҡағиҙәләрендә шулай тип яҙылған. 1 октябргә тиклем “һуҙып йөрөргә” лә була – документтарҙы сентябрҙә тапшырһағыҙ, түләүҙәр бер ыңғайҙан ярты йылға – апрель-сентябрь айҙары өсөн киләсәк. Ә инде 2 октябрҙә яҙһағыҙ, октябрь өсөн генә түләнәсәк.
Ғаиләнең табышы нисек иҫәпләнә?
Ғаиләнең дөйөм килеме ғариза биргән айға тиклемге дүрт айҙы алып ташлап, шунан алдағы бер йыллыҡ табыштан һанала. Мәҫәлән, һеҙ быйыл 1 майҙа ғариза яҙһағыҙ, 2021 йылдың ғинуарынан декабренә ҡәҙәрге табыш иҫәпләнә. Ошо осорҙа ғаиләнең бәлиғ булған бөтә ағзалары ла рәсми табыш: эш хаҡы, бизнестан килем, пенсия йәки стипендия алырға тейеш.
Әлеге ҡағиҙәнән иҫкәрмәләр ҙә бар. Балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе атай йәки әсәйҙән, күп балалы ғаиләнән рәсми табыш талап ителмәй. Шулай уҡ был талап мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә тороп, эш эҙләүсегә (ләкин алты айҙан артыҡ түгел), өс йәшкә тиклемге бәпесен ҡарап өйҙә ултырыусыға, инвалид кешене йәки 80 йәштән өлкән пенсионерҙы ҡараусыға, юғары уҡыу йортонда йәки колледжда уҡып, стипендия алмаусы 23 йәштән йәшерәк студентҡа, өс айҙан артыҡ өҙлөкһөҙ ауырып, эшкә сыға алмаусыға, армия сафтарында хеҙмәт итеүсегә (демобилизацияланғас, тағы өс ай), колонияла хөкөм ҡарарын үтәүсегә (иреккә сыҡҡандан һуң, тағы өс ай) ҡағылмай. Ғариза биргән көндә йөклөлөгө 12 аҙнанан ҙурыраҡ булған йәки табышты иҫәпләү осоронда алты ай һәм унан күберәк йөклө булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың да рәсми килемдәрен раҫлауы шарт түгел.
Табыш йәшәү минимумы менән сағыштырыла, йәшәү минимумы 2022 йылда 11 009 һум тәшкил итә. Шуға иғтибар итеү кәрәк: һәр кемдең һалымдар тотоп ҡалынғанға тиклемге табышы иҫәпкә алына.
Илдәге хәлгә бәйле, быйыл ғаиләләрҙең дөйөм табышын һанағанда 1 марттан эшен юғалтҡан һәм мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫҡан кешеләрҙең килемдәре иҫәпкә алынмай. Был осраҡта пособие ярты йылға билдәләнә.
Нимә ул “мохтажлыҡ критерийы”?
Хәҙер пособиеларҙы билдәләгәндә ғаиләнең күпме килем алыуы ғына түгел, мөлкәте лә иҫәпкә алына. Юғиһә ғаилә ағзалары рәсми рәүештә эшләмәйенсә, күп фатирҙар алған, ҡиммәтле машиналарҙа йөрөгән, ә ҡағыҙҙа аҙ килемле булып күренгән осраҡтар ҙа бар. Ғариза биргән саҡта фатирығыҙ бер нисә икән, уларҙың дөйөм майҙаны ғаиләнең һәр ағзаһына – 24 квадрат метрҙан, йортоғоҙ булһа, һәр кемегеҙгә 40 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш. Берәр дачағыҙ, торлаҡ булмаған бинағыҙ, гаражығыҙ, мотоциклығыҙ иҫәпкә алынмаясаҡ. Биш йыллыҡ йәки унан яңыраҡ бер трактор, комбайн йәки башҡа үҙ йөрөшлө техника, кәмә, 250 ат көсөндәге бер машина һаналмай. Бынан тыш, ҡалала йәшәүсе ғаиләләрҙең – 25 сутыйға тиклем, ауылда ғүмер итеүселәрҙең бер гектарға ҡәҙәр ере дөйөм табышҡа индерелмәй.
Һанап үтелгән милектәрҙең бөтә төрө лә булырға мөмкин һеҙҙә – йорт та, фатир ҙа, дача ла, кәмә лә, машина ла. Тик билдәләнгән лимиттан сығырға ғына түгел.
Торлаҡ дәүләттән социаль ярҙам сараһы рәүешендә алынған икән, ул иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ фатир йәки дача арест аҫтында булғанда ла табышҡа индерелмәй.
Инвалид кеше йәшәгән ғаиләләргә ике машина йәки шунса уҡ мотоцикл тоторға мөмкин.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй документтар кәрәк?
Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, үҙегеҙ өсөн уңайлы күп функциялы үҙәк филиалында, социаль ярҙам учреждениеһы филиалында (3-7 йәшлек балаларға пособие буйынса) йәки Пенсия фонды бүлексәһендә (8-17 йәшлектәр өсөн түләүҙәр буйынса) яҙырға мөмкин.
Тапшырылырға тейешле документтарҙың бөтәһе өсөн дә берҙәм исемлеге юҡ, ғаиләләрҙең хәле айырым ҡарала һәм баһалана. Шуға күрә башта “ҡыҙыу линия” буйынса шылтыратып, белгестәр менән кәңәшләшеү яҡшы булыр. 3-7 йәшлектәргә түләүҙәр хаҡында – +7(347)200-80-80, 8-17 йәшлектәр өсөн пособие тураһында 8-800-600-0000 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Фото "Башинформ"дан алынды.