+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Мая 2022, 05:15

Ярыммарафон спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы

Кисә Өфөлә VI “ЗаБег.РФ” бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярыммарафон спорт һөйөүселәрҙе йыйҙыЯрыммарафон спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы
Ярыммарафон спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы

Кисә Өфөлә VI “ЗаБег.РФ” бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтте.

Унда 2200-ән ашыу кеше ҡатнашҡан. Төрлө арауыҡҡа 80 йәштән алып, кескәй балаларға тиклем йүгергән. Ярыммарафон дистанцияһына шулай уҡ билдәле сәйәсмәндәр һәм спортсылар сыҡҡан.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, Максим Забелин, Ирек Сәғитов, Ратмир Мәүлиев менән бергә “ЗаБег.РФ”та ҡатнашып, дистанцияны йүгереп үттек, тип яҙа.

“ЗаБег.РФ” ярыммарафоны Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Камчатканан алып Калининградҡа тиклемге 85 ҡалала 120 мең кеше стартҡа баҫҡан.

Автор:
Читайте нас