+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Мая 2022, 04:10

Көндәр йылы менән ҡыуандырмай әле

Башгидрометүҙәк хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы өс көндә республикала һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр йылы менән ҡыуандырмай әлеКөндәр йылы менән ҡыуандырмай әле
Көндәр йылы менән ҡыуандырмай әле

Башгидрометүҙәк хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы өс көндә республикала һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡала.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән борсаҡ көтөлә, ел талғын, аяҙытҡанда ҡырау төшә.

Бөгөн, 23 майҙа, ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы плюс 7-12 градус була.

24 майҙа төндә 3-8 градус йылы. Аяҙытҡанда ер өҫтөндә 0 минус 2 градус, ҡырау. Көндөҙ плюс 13-18 гардус йылы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа – 22 градусҡа тиклем.

25 майҙа төндә термометр бағанаһы +7,+12 градус күрһәтһә, көндөҙ +12,+17-гә тиклем күтәрелә, көньяҡ-көнсығышта – 22 градус.

Үткән ял көндәре, билдәле булыуынса, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡар яуҙы. 

Автор:
Читайте нас