0 °С
Болотло


Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Торатауҙа һабантуй үткәреүҙе тыйған. Башҡортостан Башлығы ғалимдар һәм урындағы халыҡ менән һөйләшкәндән һуң шундай ҡарарға килгән. «Торатау биләмәһендә ҡабат һабантуй ойоштормаясаҡбыҙ. 60 мең кеше килә, бөтә ер тапала. Халыҡ һөйләүенсә, унда йәшәгән сапсандар өсөн дә был ҙур стресс. Беҙ был тәбиғәт биләмәһен үҫтереү һәм матурлау өсөн тырышайыҡ», — тигән Башҡортостан Башлығы һәм туристар өсөн бөтә шарттар булдырырға йөкмәткән. Мәҙәни саралар өсөн яңы урын табырға ҡушылған.
Фото "Башинформ"дан алынды.