+9 °С
Облачно


Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһында үткән милли командалар араһында билбау көрәше буйынса Донъя кубогында 25 илдән 150-нән ашыу спортсы көсөн һынашты.
Бәйгелә Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан Әбйәлил районының Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ғаяз Шөғөров 60 килограмм ауырлығындағы категориялағы спортсылар араһында финалға сыҡты һәм, Тажикстан вәкилен еңеп, Донъя чемпионы исемен яуланы.
Рәсәй командаһына шулай уҡ сығышы менән Әбйәлилдән Өфө күп профилле колледжы студенты Арсен Шәрипов та ингәйне.