+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Мая 2022, 17:24

“Сәләмәтлек поездары” ҡайһы яҡҡа юллана?

“Сәләмәт  республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика райондары буйлап үҙ маршрутын дауам итә. 23 майҙан 30 майға тиклем табиптар бригадалары алты районда эшләйәсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Сәләмәтлек поездары” ҡайһы яҡҡа юллана?“Сәләмәтлек поездары” ҡайһы яҡҡа юллана?
“Сәләмәтлек поездары” ҡайһы яҡҡа юллана?

“Сәләмәт  республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика райондары буйлап үҙ маршрутын дауам итә. 23 майҙан 30 майға тиклем табиптар бригадалары алты районда эшләйәсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Өфө маршруты Өфө районында үҙ эшен башлай (23 майҙа – Нижегородка ауылында, 25-26 майҙа – Шамонинола, 27 майҙа Шмидтовола ҡабул итәсәктәр).

– Дыуан маршруты Балаҡатай районында эшләй башлай (23-24 майҙа – Майғаҙы ауылында, 25-27 майҙа Урғалала ҡабул итәсәктәр).

– Нефтекама маршруты Асҡын районында эшләй башлай (23 майҙа – Ҡашҡа ауылында, 24 майҙа – Солтанбәктә, 25-26 майҙа – Урмияҙҙа, 27 майҙа Иҫке Ҡаҙансыла ҡабул итәсәктәр).

– Октябрьский маршруты Баҡалы районында эшләй башлай (23-24 майҙа – Урманай ауылында, 25-26 майҙа – Ҡуштирәктә, 27 майҙа – Яңы Урсайҙа ҡабул итәсәктәр).

– Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эшен дауам итә (23-24 майҙа – Яңы Әптек ауылында, 25-26 майҙа – Әхмәрҙә, 27 майҙа Ишәйҙә ҡабул итәсәктәр).

– Белорет маршруты Әбйәлил районында эшләй башлай (25-26 майҙа – Байым ауылында, 27-30 майҙа Михайловкала ҡабул итәсәктәр).

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас