+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Мая 2022, 05:10

Йәштәргә – мөмкинлектәр

Өфө машина төҙөүселәр колледжында  “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Асыҡ ишектәр көнө үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәргә – мөмкинлектәрЙәштәргә – мөмкинлектәр
Йәштәргә – мөмкинлектәр

Өфө машина төҙөүселәр колледжында  “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Асыҡ ишектәр көнө үтте.

 

100-ҙән ашыу 7-8 класс уҡыусыһы колледжға килеп, программа менән танышты.

Уҡыусылар ҡыҙыҡһыныуын, мауығыуын, төрлө һөнәри өлкәләргә мөнәсәбәтен билдәләү буйынса анкета тултырҙы, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән танышты.

– “Профессионалитет” федераль проекты яңы программалар индерергә ярҙам итә, буласаҡ студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Уның нигеҙендә буласаҡ белгестәрҙе әҙерләү өсөн сәнәғәт предприятиелары менән урта һөнәри белем биреү учреждениеларының килешеп эшләүе ята, – ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә буласаҡ студенттарға маҡсатлы белем алыу һәм уҡып бөтөү менән “ОДК-УМПО” ойошмаһына юғарыраҡ вазифаға эшкә урынлашыу, күберәк эш хаҡы алыу, һөнәри үҫешеү, заманса ҡорамалдарҙа белем алыу, юғары стипендия түләү мөмкинлектәре бар.  

1 сентябрҙән 450 буласаҡ токарь, технолог, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә уҡый башлай.

Фото – Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас