+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Мая 2022, 08:39

Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары сәсеүҙе тамамлап килә

Стәрлетамаҡ районы абсолют һандарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, бында 88,9 мең гектар майҙанда сәскәндәр. Мәләүез районында күрһәткес – 73 мең гектар, Илештә – 70,8 мең гектар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары сәсеүҙе тамамлап киләИлеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары сәсеүҙе тамамлап килә
Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары сәсеүҙе тамамлап килә

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республиканың барлыҡ райондарында ла сәсеү эштәре бара, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары кампанияны тамамлап килә – был райондарҙа яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың 90% сәселгән. Стәрлетамаҡ районы абсолют һандарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, бында 88,9 мең гектар майҙанда сәскәндәр. Мәләүез районында күрһәткес – 73 мең гектар, Илештә – 70,8 мең гектар.

19 майға Башҡортостан аграрийҙары 1 миллион 536 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән, был иһә майҙандарҙың 70%. Сәсеүлектәрҙең күпселек өлөшөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләй – 1 миллион гектарҙан ашыу (пландың 71%), май бирә торған үҫемлектәр – 336 мең гектарҙа (79%), шәкәр сөгөлдөр 37,7 мең гектарҙа сәселгән (87%).

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтынан.

Автор:
Читайте нас