+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Мая 2022, 07:46

Иң яҡшы табиптар билдәләнде

Башҡортостанда “2022 йылдың иң яҡшы табибы” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡшы табиптар билдәләндеИң яҡшы табиптар билдәләнде
Иң яҡшы табиптар билдәләнде

Башҡортостанда “2022 йылдың иң яҡшы табибы” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә 27 номинация буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республиканың иң яҡшы педиатры булып Өфө ҡалаһы Тиҙ ярҙам дауаханаһының балалар өсөн консультация-диагностика үҙәге етәксеһе Наталья Сәмиғуллина танылды. Иң яҡшы терапевт исеменә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Гөлназ Грищенко лайыҡ булды. Шул уҡ дауахананың онкология бүлеге мөдире Антон Сафонов иң яҡшы онколог тип табылды. Ә иң яҡшы хирург исемен республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире Айрат Тимершин алды.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире булып эшләүсе Лира Хәбирова – иң яҡшы ауыл табибы, республика стоматология поликлиникаһының ортопедия бүлеге мөдире Алик Ғәйнәнов – иң яҡшы стоматолог, Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе булараҡ баһаланды. Еңеүселәр һәм призерҙар исемлеге менән тулыраҡ итеп Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас