

Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Үзбәкстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Фирғәнә һәм Наманган бүлексәләре, «Евразия-Өфө» йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.
Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Килешеүҙәр Үзбәкстандың һәм Башҡортостандың сауҙа, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте компаниялары, предприятиелары һәм берлектәге инвестиция эшмәкәрлеге араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ ике республиканың тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙары торошо тураһында үҙ-ара мәғлүмәт алмашыу, берлектәге конгресс-күргәҙмә сраларында ҡатнашыу ҡаралған. Бынан тыш, Үзбәкстандың SARDOR KOM предприятиеһы Башҡортостанда, 502 миллион һум инвестиция һалып, һуттар һәм емеш-еләктән алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү заводын төҙөргә йыйына.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек потенциалын юғары баһаланы. Артабан үҙ-ара эш итеү пландарын әҙерләү бурысы эшсе төркөмгә йөкмәтелде.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.