Ике туғандаш, башҡорт һәм татар телдәрендә башлап яҙыусы йырсы-шағирҙар араһында ойошторолған “Аҡ күгәрсен” поэтик бәйгеһе 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндө старт алды. Конкурсты ойоштороусылар: шағирҙың тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге. Проект Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырылды. Тәүге тапҡыр үткәрелгән проектҡа Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Мәскәү,Һамар, Пермь, Ульяновск, Вильнюс һәм башҡа төбәктәрҙән 70 – ләп эш ҡабул ителгән. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары: Рим Хәсәнов, Фән Вәлиәхмәтов, Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадырова, Марсель Сәлимовтар баһаланы.
“Аҡ күгәрсен”дең еңеүселәре булып: Ҡырмыҫҡалы районында йәшәп ижад итеүсе, бик күп йырҙар авторы Фирүзә Абдуллина (1 урын), Гөлназ Ҡотоева һәм Мәсүфә Әйүпова (2 урын), Венер Фәттәхов менән Динара Кәримова (Һаҙыева) (3 урын) танылды.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Благовар районынан Флүр Әбдрәҡиповтың “Өфө кистәре” йырының премьераһы ла тәҡдим ителде. Шиғырға көйҙө данлыҡлы композитор Рим Хәсәнов үҙе яҙған.