+9 °С
Ясно


Бөгөн туғыҙынсы синыфты тамамлаған сығарылыш уҡыусылары сит телдәрҙән һынау тота.
Сығарылыш дәүләт имтихандары иһә республикала кисә, 18 майҙа, башланды.
Уның тәүгеһе туған әҙәбиәттән булһа, бөгөн һәм иртәгә – сит телдәрҙән, 23 майҙа – математиканан, 27 майҙа йәмғиәтте өйрәнеү фәненән.
Артабан график буйынса, 1 июндә — биология, тарих, химия һәм физика, 7 июндә — рус теле, 10 июндә — туған телдәр, 15 июндә — информатика, химия, география һәм биология, 22 июндә — әҙәбиәт, физика һәм информатика.
Бынан тыш, 4-9 июлдә бөтә фәндәрҙән резерв көндәр билдәләнгән.