-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Мая 2022, 03:35

Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән осраштыРадий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты
Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Унда яҡтар сәнәғәт, шул иҫәптән машина эшләү, ауыл хужалығы өлкәләрендә артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисы эш башлай, уның маҡсаты — республика бизнесына яңы баҙарҙар асырға ярҙам итеү. Мәҙәниәт, фән, мәғариф, туризм өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү күҙаллана.

«Ошо ҡунаҡсыл илдең етәкселегенә делегациябыҙҙы йылы ҡабул иткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Мирзиёев араһындағы ышаныслы мөнәсәбәттәр илдәребеҙ араһында, шул иҫәптән төбәк-ара хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса беҙҙең эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы була», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Республика тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Үзбәкстан 2,5 процент өлөш менән ун беренсе урынды биләй. 2021 йылда Башҡортостандың Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 113,3 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 86 проценты экспортҡа тура килә.Башҡортостандан химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары оҙатыла. Үзбәкстандан иһә металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, машиналар эшләү продукцияһы, туҡыма әйберҙәр, минераль продукттар килтерелә.

Башҡортостанда Үзбәкстан капиталы ҡатнашлығында 56 предприятие эшләй. Улар сауҙа һәм ресторан эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, күсемһеҙ милек менән операциялар, хоҡуҡи хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлек, йыһаз, ҡағыҙ изделиелар, сәнәғәт ҡорамалы, металл изделиелар, текстиль етештереү өлкәләрендә мәшғүл.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас