-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Мая 2022, 12:36

Мәктәптәр төҙөкләндерелә

Стәрлебаш районында 1 сентябрҙә 500 бала яңыртылған уҡыу йорттарына уҡырға бара. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә һәм йыһазландырыуға федераль ҡаҙнанан 115 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәр төҙөкләндереләМәктәптәр төҙөкләндерелә
Мәктәптәр төҙөкләндерелә

Стәрлебаш районында 1 сентябрҙә 500 бала яңыртылған уҡыу йорттарына уҡырға бара. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә һәм йыһазландырыуға федераль ҡаҙнанан 115 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

 

“Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһы буйынса  Стәрлебаш, Түбәнге Аллағыуат, Әмир, Тәтер-Арыҫлан ауылдарында мәктәптәргә ремонт яһау, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.

– Программаны бойомға ашырыу өсөн республика антитерррористик һаҡланыуҙы тәьмин итеү, уҡыу әсбаптарын яңыртыу, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса йөкләмәләр алды. Шулай уҡ мәктәптәрҙең тирә-яғын төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ҙа планлаштырыла. Стәрлебаш районына 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ниәтләнә, – ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Стәрлебаш районында мәктәп биналарына капиталь ремонтҡа федераль бюджеттан 115 миллион һум аҡса йүнәлтелгән дә инде.

Подряд ойошмалары менән муниципаль килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған, әле төҙөлөш-монтаж эштәре бара. Эштәрҙе август уртаһына тамамлау ҡаралған.

2022-2023 йылдарға был программаға республиканың 103 мәктәбе бинаһы ингән.

Фото – Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас