0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Мая 2022, 19:04

Иглин районы биләмәһендә юл буйы сервисы һалына башлай

М-5 трассаһында күп функциялы комплекс төҙөләсәк. 23 яңы эш урыны булдырыласаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районы биләмәһендә юл буйы сервисы һалына башлайИглин районы биләмәһендә юл буйы сервисы һалына башлай
Иглин районы биләмәһендә юл буйы сервисы һалына башлай

Юл буйы комплексында дөйөм туҡланыу, магазин, ҡунаҡхана, техник тикшереү станцияһы, еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн түләүле парковка, шулай уҡ 23 эш урыны булдырыла. Комплексты трассаның 1525-се саҡрымында, Надеждино ауыл Советы биләмәһендә төҙөү ҡарала. Инвестор — «Байтуған» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эштәрҙе быйыл башлап, 2025 йылда тулыһынса тамамларға йыйына. Инвестициялар күләме 58 миллион һум тәшкил итә. 

«Географик урын һәм күп функциялылыҡ был комплекстың өҫтөнлөктәре булмаҡсы. Уның эше өҫтәмә туристар ағымын йәлеп итергә һәм республиканың имиджын яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш», — тигән иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры урынбаҫары Марат Исламов.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас