

Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәре барышында Сәмәрҡәнд өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр бара.
Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.
Сәмәрҡәнд өлкәһе менән дуҫлығыбыҙҙы тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр аша нығытырға ниәтләйбеҙ, ти ул һәм был йәһәттән ике араның ҡеүәте ғәйәт ҙур булыуын белдерә.
Үзбәкстан йәшелсәһе һәм еләк-емеше менән ҡыҙыҡһындырһа, Башҡортостан уларға киптерелгән һөт, көнбағыш майы, инкубация йомортҡалары һата алыр ине. Шулай уҡ ауыл хужалығындағы һәм умартасылыҡтағы тәжрибә, технологиялар, ғилми ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу, төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын да сығарыу перспективаһы юғары.
Сәмәрҡәнд өлкәһе текстиль, туҡыма, трикотаж һәм тегелгән әйберҙәр етештереүсе булараҡ киң танылыу алған. Атап әйткәндә, келәм етештереү буйынса махсуслашҡан SAG компанияһы менән хеҙмәтәшлек отошло булмаҡсы.