+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Мая 2022, 13:42

Ковидҡа ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр

Республикабыҙҙа тәүлек эсендә коронавирус дүрт ғүмерҙе өҙгән. Пандемия башланғандан алып зәһәр вирустан 5 650 яҡташыбыҙ вафат булған, донъя ҡуйыусыларҙың күпселеге 60 йәштән өлкәнерәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидҡа ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәрКовидҡа ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр
Ковидҡа ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр

Республикабыҙҙа тәүлек эсендә коронавирус дүрт ғүмерҙе өҙгән. Пандемия башланғандан алып зәһәр вирустан 5650 яҡташыбыҙ вафат булған, донъя ҡуйыусыларҙың күпселеге 60 йәштән өлкәнерәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Үткән тәүлектә ковид 67 ауырыуҙа асыҡланған. Инфекцияны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 287 441. Шуларҙың 281 128-е һауығыуға өлгәшкән. Һуңғы 24 сәғәттә 45 кеше сәләмәтләнгән.

Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа 663 сырхау коронавирус менән ауырый. 152-һе ковид-госпиталдәрҙә ята, 28-енең хәле ауыр. 511-е, сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауалана.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас