

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Әлмөхәмәтовтар - халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаусы, күп балалы татыу, күркәм ғаилә.
Хужабикә Мәрйәм Әхиәр ҡыҙы - һөнәре буйынса уҡытыусы, ҡул эштәренә оҫта, уңған ханым. Ул милли кейемде тергеҙеү, һаҡлау, киләсәк быуын балаларына тапшырыу буйынса күп эш башҡара. Мәрйәм Әхиәр ҡыҙы селтәр, башҡорт милли кейемдәре, оҙон буй юрғандар эшләй күҙҙен яуын алып тора, баҡса ла үҫтерә. Ғаилә башлығы Рәмил Оморҙаҡ улы башҡорт йолалары буйынса һәр йыл һайын район һабантуйында ат егеү өсөн кәрәк яраҡтарҙан күргәҙмә ойоштора. Халыҡ традицияларын һаҡлау буйынса Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе бар яҡтан да уңған. Ейән-ейәнсәрҙәренә милли кейемдәр тегеп кейҙереп, балалары менән һәр саҡ башҡорт йолаларына таянып, уға тоғро булып йәшәйҙәр.
Икенсе Этҡол ауылы китапханаһы төркөмөнән.