+21 °С
Болотло
2022 йылда ялдың бөтә формаларыа 400 мең уҡыусы йәлеп ителәсәк. Был иһә мәктәп йәшендәге балаларҙың 78, 6 проценты. Ошо хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин БСТ каналына әңгәмәһендә белдергән.
Шулай уҡ СанПиН ҡала яны лагерҙарына ковид буйынса үҙгәрештәр индерҙе. Быйыл лагерҙар 100 процентҡа тулылана, элеккке кеүек 75 процент түгел. Балаларҙың лагерҙарға урынлашыуы һәм унан ҡайтыуы тәүлек эсендә башҡарыла, элекке кеүек бер көндә түгел. Тышта күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар рөхсәт ителгән, ләкин лагерь хеҙмәткәрәҙәре ковидҡа тикшереү үтәсәк. Был процедуралар лагерға ике көн ҡалғас башҡарыла. Медицина тикшереүҙәре республика бюджеты иҫәбенә буласаҡ.