+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 09:51

Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе онотмайбыҙ

Үзбәкстанда 30 мең тирәһе башҡорт йәшәй. Милләттәштәребеҙҙе ижтимағи – мәҙәни үҙәк берләштерә. Быйыл ойошма үҙенең 30 йыллығын билдәләй.

Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе онотмайбыҙ
Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе онотмайбыҙ

Үзбәкстанда 30 мең тирәһе башҡорт йәшәй. Милләттәштәребеҙҙе ижтимағи – мәҙәни үҙәк берләштерә. Быйыл ойошма үҙенең 30 йыллығын билдәләй.

Үзбәкстан башҡорттарының ижтимағи- мәҙәни үҙәге рәйесе Ринат Гуляев билдәләүенсә, Башҡортостан яҡташтарына һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ғына  милли костюмдар, музыкаль ҡорал, уҡыу әсбәптәре, әҙәбиәт, компьютерҙар менән ярҙам күрһәтелгән.

Тағы бер милләттәшебеҙ Зөлфиә Рәхимова 33 йыл Үзбәкстанда йәшәй. Ләкин тыуған яғын онотмай, мөмкинлек булған һайын Башҡортостанға ҡайтып тора.

  • Өфөнөң 20 –се башҡорт мәктәбен тамамланым. Шуға күрә балаларға туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтеүгә иғтибар бүләм. Ташкентта башҡорт байрамдары, һабантуйҙар үткәреп торабыҙ. Башҡорт телен факультатив кеүек уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә уйлайбыҙ, - тине ул.

Рәсәй- Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге вәкиллеге етәксеһе Михаил Вождаев әйтеүенсә, башҡорттар үҙәгенең 30 йыл эшләү дәүерендә, урында яңы быуын үҫеп сыҡҡан. Уларҙың барыһы ла әсә теленә, туған мәҙәниәтенә бик яҡын тора.

Үзбәкстан күп милләтле республика. Халыҡтар үҙ- ара татыу йәшәй. Был дуҫлыҡтың символы булараҡ республикала Шаахмед Шамахмудов һәм уның ҡатыны Бахри Акрамоваға һәйкәл ҡуйылған. Был ғаилә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө милләттән булған 15 баланы үҙ ҡанаты аҫтына алып тәрбиәләй.Һәйкәл Ташкенттың Халыҡтар дуҫлығы йорто алдына ҡуйылған.

Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре барышында бик күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөү, мәҙәни саралар уҙғарыу, урындағы башҡорттар диаспораһы менән осрашыуҙар ҡаралған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: