+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 11:44

Тәүге һабантуй 27 майҙа Йылайыр районында уҙғарыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указында 2022 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу графигын раҫлаған.  

Ҡул ҡуйылған указға ярашлы, республика хөкүмәтенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә Башҡортостан Башлығының «Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указы менән билдәләнгән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәп, халыҡ байрамын ойоштороу талап ителә.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урынларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу бурысы йөкмәтелгән.

Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы байрам сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Тәүге һабантуй 27 майҙа — Йылайыр районында, ә һуңғылары 18 июндә Бәләбәй, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында һәм Межгорьела ойошторола. 

   Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: