-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 08:15

Республика делегацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанға рәсми сәфәр менән килде.

Нукус аэропортында делегацияны Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Жокаргы Кенесы рәйесе Морат Камалов ҡаршы алды.

Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар, Башҡортостандың үҫеш институттары, ҙур предприятиелар етәкселәре, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән.

Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы һәм Сәмәрҡәнд өлкәһе, предприятиелар етәкселәре менән һөйләшеүҙәр ҡаралған. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиле Константин Злыгостев менән берлектә Сауҙа вәкиллегендә эшләйәсәк Башҡортостан хеҙмәткәрҙәре бурыстарын аныҡлау мәсьәләһе тураһында һөйләшеү була. Сауҙа вәкиллеге майҙансығында Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары экспозицияһы ойошторола.

18 майҙа Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы үтә. Унда ика арала инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Автор:
Читайте нас: