+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 10:20

“Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы йәштәргә яңы офоҡтар аса

“Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан 40 меңләп уҡыусы көс һынашасаҡ. Башҡортостан үҫмерҙәре был бәйгелә инде өсөнсө йыл ҡатнаша. Былтыр конкурста үҙен һынап ҡарарға теләп, 10 641 бала ғариза яҙһа, 2022 йылдың 16 майына ҡарата  5–7-се кластарҙан 22 мең һәм  8–10-сы кластарҙан 18 меңдән ашыу уҡыусы ғариза тапшырған.

“Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы йәштәргә яңы офоҡтар аса
“Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы йәштәргә яңы офоҡтар аса

Башҡортостан үҫмерҙәре был бәйгелә инде өсөнсө йыл ҡатнаша. Былтыр конкурста көс һынашырға теләп, 10 641 бала ғариза яҙһа, 2022 йылдың 16 майына ҡарата  5–7-се кластарҙан 22 мең һәм  8–10-сы кластарҙан 18 меңдән ашыу уҡыусы ғариза тапшырған. Билдәле булыуынса, “Оҙон тәнәфес”тә 5–10-сы класс уҡыусылары, колледждарҙың 1–3-сө курс студенттары ҡатнаша. Һүҙ Рәсәйҙәге генә түгел, шулай уҡ сит ил уҡыусылары тураһында ла бара. “Оҙон тәнәфес” конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһына инә.

Бәйгеселәргә 12 тематик йүнәлеш тәҡдим ителгән: фән һәм технологиялар, сәнғәт һәм ижад, журналистика һәм заманса медиа, ирекмәнлек, тарихи иҫтәлек, сәләмәт тормош, экология, урбанистика, сәйәхәт һәм туризм, белем биреү технологияларын үҫтереү, йәштәр эшҡыуарлығы, дәүләт оборонаһы һәм хәүефһеҙлек.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү  10 июнгә тиклем bolshayaperemena.online платформаһында бара. Еңеүселәр “Артек” халыҡ-ара үҙәгенә юллама, Санкт-Петербургтан Владивостоккаса сәйәхәт, шулай уҡ аҡсалата премиялар һәм уҡыуға йәки эш асыуға гранттар менән бүләкләнәсәк. Финал 26-31 июлдә “Артек”та уҙғарыла.

Ә колледждар араһында еңеүгә өлгәшкән сығарылыш курс студенттары –  бер миллион һум, 1-2-се курстағылар – 200 мең һум, еңеүселәрҙең уҡытыусылары 150 мең һум аҡса аласаҡ. “Оҙон тәнәфес” финалсыларын яҡшылап һәм күпләп әҙерләгән 20 һөнәри белем биреү учреждениеһына ике миллион һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.

 “Оҙон тәнәфес”тә быйыл беренсе тапҡыр Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан да уҡыусылар ҡатнаша.

“Оҙон тәнәфес” бәйгеһе талаптары менән https://vk.com/video-193258751_456306017 һылтанмаһы буйынса инеп танышырға була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: