+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 15:48

Кино өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешелде

Башҡортостанды Үзбәкстан менән кино өлкәһендәге ижади хеҙмәттәшлек тә бәйләй. Ҡасандыр башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәре буйынса ҡуйылған кинофильмда   СССР- ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова менән бергә үзбәк актрисаһы Дилором Камбарова ла уйнай. Ә Башҡортостанда үткән “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ- ара кинофестивлендә бер- нисә йыл рәттән үзбәк режиссерҙарының картиналары ла уңыш  ҡаҙана. Башҡортостандың Үзбәкстанға барған рәсми делегацияһы составында республиканың мәҙәни учреждениелары, шул иҫәптән киностудия етәкселәре лә  ҡатнаша.

Кино өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешелде
Кино өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешелде

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев Үзбәкстандың кинематография агентлығы директоры Фирҙәүес Әбделхалиҡов һәм агентлыҡ янындағы “Үзбәкфильм” киноконцерны етәксеһе Баходир Адилов менән осрашты. Яҡтар кино һәм кинопрокат өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында килеште. Яҡтарҙың кино өлкәһен күп һыҙаттар берләштерә – ике республика ла киноны туған телендә төшөрә, ул күпселектә милләт яҙмышына, халыҡтар көнкүрешенә, йола- традицияларына арналған. Узбәкстан кинематографияһы совет осоронан уҡ сифатлы фильмдары менән билдәле.

 Башҡортостанда үзбәк киноһын популярлаштырыуға бик күп эштәр башҡарыла. “Башҡортостан” киностудияһы тәҡдиме менән үткәрелгән “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивалендә үзбәк кинорежиссерҙары 2014 йылдан алып ҡатнаша. Тәүге фестивалдә Бобур Юлдашевтың “ Ағай” тигән картинаһы күрһәтелә. Ә 2015 йылда  ШОС илдәре кинематографистары фильмдарын күрһәтеү сиктәрендә “Үзбәк фильмы көндәре” уҙғарыла.

“Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ- ара кинофестивалендә үзбәк режиссерҙары йыл һайын ҡатнашып, уның ике вәкиле – Йосоп Разыҡов менән Оҙелша Ағишев фестивалгә жюри итеп тә саҡырыла.

Үзбәкстан ерендә әлеге осрашыуҙа яҡтар бер- нисә проектты тикшерҙе. Ул да булһа Үзбәкстанда башҡорт фильмдарын, ә Башҡортостанда үзбәк фильмдарын күрһәтеүҙе ойоштороу, ике яҡта ла кино көндәрен уҙғарыу һәм кинофестивалдәр, берлектәге кино төшөрөү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыу. Шулай уҡ урындағы тамашасыларға “Өс таған” башҡорт фильмы ла күрһәтелде.

“Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев Үзбәкстанда үтәсәк кинофестивалдә ҡатнашыуға ла саҡырыу алды, яҡтар  иҫтәлекле бүләктәр менән алмашынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: