+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 11:53

Ишле ғаиләләр өсөн матур яңылыҡ!

“Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү хаҡында”ғы Закондың 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон үҙ көсөнә инде.

Ишле ғаиләләр өсөн матур яңылыҡ!
Ишле ғаиләләр өсөн матур яңылыҡ!

“Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү хаҡында”ғы Закондың 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон үҙ көсөнә инде.

“Күп балалы ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булһалар, шәхси йорт төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы. Әммә ошоғаса ғариза биреүсе ғаиләләрҙә балаларҙың ата-әсәләр менән бергә йәшәүе, бының йәшәү урыны буйынса теркәлеү менән раҫланыуы шарт ине. Ғаилә бөтә критерийҙар буйынса тап килһә лә, уның ағзалары төрлө адрестар буйынса теркәлеү сәбәпле, законлы хоҡуғынан файҙалана алмаған хәлдәр ҙә булды. Хәҙер иһә был талап ғәмәлдән сығарылды”, – тип аңлатма бирә Дәүләт Йыйылышы ­ Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

2018-2020 йылдарҙа ошо сәбәп арҡаһында 30-ҙан ашыу ишле ғаиләнең бушлай ер алыуға сиратҡа ҡуйыу хаҡындағы ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелмәгән. Яңы закон бындай осраҡтарға юл ҡуймаясаҡ, тип иҫәпләй парламент спикеры.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: