-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Май 2022, 10:43

Дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙербеҙ

Быйыл республиканың иҫтәлекле урындары буйлап ике-өс көнлөк турҙарға һорау күберәк булыр, тип көтөлә. Этникаға, милли аш-һыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ҡунаҡханалар, отелдәр буш тормаҫ, тип белдерә  Suleyman Travel экскурсиялар үҙәге генераль директоры Ләйсән Сөләймәнова.

Эксперт фекеренсә, ике-өс көнлөк турҙарға күпләп Свердлов, Силәбе, Түбәнге Новгород өлкәләренән туристар килә. Үҙәк федераль округта йәшәүселәр иһә 5 – 7 көн ял итеү яҡлы. Сит өлкәләрҙән килеүселәргә халыҡтың йолалары, ризыҡ әҙерләү ғөрөф-ғәҙәте һаҡланған алыҫ ауылдарға барыу оҡшай.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙерләнә.

Башҡортостан туристарҙы бай, матур тәбиғәте, милли колориты менән йәлеп итә. Уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындар, сәнғәт һәм мәҙәниәт объекттары... – бында һәр кем күңеленә оҡшағанды таба ала.

Мотлаҡ күрергә тәҡдим ителгән биш иҫтәлекле урын тип түбәндәгеләр аталған:

  • Торатау шиханы,
  • Шүлгәнташ мәмерйәһе,
  • Ҡандракүл,
  • Мораҙым тарлауығы,
  • Нөгөш һыуһаҡлағысы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: