+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Мая 2022, 07:12

18 һәм 25 май сауҙала спиртлы эсемлектәр һатылмай

Был мәғариф учреждениеларында һуңғы ҡыңғырау байрамдары менән бәйле. 18 май барлыҡ туғыҙынсы кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау була. Алда уҡыусыларҙы етди һынауҙар - имтихандар көтә. Был көндө Башҡортостан сауҙаларында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
18 һәм 25 май сауҙала спиртлы эсемлектәр һатылмай18 һәм 25 май сауҙала спиртлы эсемлектәр һатылмай
18 һәм 25 май сауҙала спиртлы эсемлектәр һатылмай

Был мәғариф учреждениеларында һуңғы ҡыңғырау байрамдары менән бәйле. 18 май барлыҡ туғыҙынсы кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау була. Алда уҡыусыларҙы етди һынауҙар - имтихандар көтә. Был көндө Башҡортостан сауҙаларында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған.

Республиканың сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә был закон йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына ҡағылмай. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр 25 май көндәре лә һатылмай. Был көндө иһә һуңғы ҡыңғырау 11 класс уҡыусылары өсөн яңғыраясаҡ.

Мәғлүм булыуынса, ике йыл рәттән Яңы йыл каникулдары осоронда ла араҡы һатыу тыйылғайны. Эксперттар билдәләүенсә, был алкоголь эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы бер аҙ кәметкән. Шул уҡ ваҡытта күп кенә сауҙа нөктәләренең сикләү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары ла асыҡланды.

фото башинформдан

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас