-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Мая 2022, 14:58

148 ауырыу – стационарҙа, 497-е өйөндә дауалана

Коронавирус таралыуына ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда инфекция тәүлек эсендә йәнә 65 кешелә раҫланған. Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 287 374-кә еткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
148 ауырыу – стационарҙа, 497-е өйөндә  дауалана148 ауырыу – стационарҙа, 497-е өйөндә  дауалана
148 ауырыу – стационарҙа, 497-е өйөндә дауалана

Коронавирус таралыуына ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда инфекция тәүлек эсендә йәнә 65 кешелә раҫланған. Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 287 374-кә еткән.

Бөгөнгө стационарҙарҙа 148 ауырыу зәһәр сирҙән дауалана, 25-енең хәле ауыр, ти табиптар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 497.

 Үткән тәүлектә ковид өс яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Яһил вирустан вафат булыусылар – 5 646, шуларҙың 4 875-е – 60 йәштән үткәндәр.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем бара. Әле 2 653 828 кеше (вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 106,8 проценты) прививканың беренсе компонентын яһатҡан, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 2 498 252 (100,5 процент).

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас