+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Мая 2022, 10:48

Вирустың көсө ныҡлап кәмей

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус менән менән сирләү 75 процентҡа, аҙаҡҡы ете көндә – 46 процентҡа кәмегән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирустың көсө ныҡлап кәмейВирустың көсө ныҡлап кәмей
Вирустың көсө ныҡлап кәмей

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус менән менән сирләү 75 процентҡа, аҙаҡҡы ете көндә – 46 процентҡа кәмегән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

16 майға ҡарата республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 287 309-ға еткән. Һуңғы тәүлектә инфекция 60 ауырыуҙа раҫланған. Коронавирусҡа ҡаршы стационарҙа көрәшеүселәр – 160, шуларҙың 92-һе – 60 йәштән өлкәнерәк. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 526.

Пандемия башланғандан алып ковидтан һауығыусылар 280 980 иҫәпләнә, 38-е үткән тәүлектә сәләмәтләнеүгә өлгәшкән. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә афәтле сирҙән үлеү осраҡтары теркәлмәгән.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас