-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 16:02

Танылған баянсы Редик Фәсхетдинов вафат булған

Ҡайғылы яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн Өфөлә виртуоз музыкант Редик Фәсхетдинов вафат булған.  

Танылған баянсы Редик Фәсхетдинов  вафат булған
Танылған баянсы Редик Фәсхетдинов вафат булған

Башҡорт моңон бар илаһи­лы­ғы, нескәлеге, мең төрлө са­ғыу биҙәктәре менән тама­ша­­сыға оҫта еткергән һәләтле му­зыкант­тарҙың береһе, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Редик Фәс­хет­динов 1940 йылдың 16 мартында Бай­маҡ районының Темәс ауылын­да донъяға килә. Бала саҡтан ҡу­лы­нан баян төшмәй. Уйнап ебә­реүе була, бар тирә-яҡ хисле моңға сума.

Баянһыҙ тормошон күҙ алды­на килтермәгән йәш егет, мәк­тәп­те тамамлағас, артабанғы яҙ­мы­шын сәнғәт менән бәйләй. Өфөгә ки­леп, һис икеләнеп тормай, ул ва­ҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт инс­ти­тутына уҡырға инә. Ижад юлын Ф. Ғәскәров исе­мен­дәге бе­йеү ансамблендә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йән­бә­ков, Радик Гәрәев, Илфаҡ Сма­ков ке­үек мәшһүр сәнғәт әһел­дәре, Флүрә Килдейәрова, Нә­зифә Ҡа­дирова, Азат Айыт­ҡолов, Миң­леәхмәт Ғәйнет­ди­нов, Рә­ши­ҙә Туйсина, Рәйес Вә­ғизов кеүек башҡорт эстра­да­һы йондоҙҙары менән бер сәх­нәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай Редик Фәсхетдинов, шулай уҡ тәүге “Дуҫ­лыҡ” вокаль-инс­трументаль төркөмөндә лә эшләй.
2004 – 2010 йыл­дарҙа респуб­ли­кабыҙҙың уникаль музыкаль кол­лек­тив­тарының береһе бул­ған Башҡортостан­дың халыҡ му­зы­ка ҡоралдары милли оркестр­ында эшләй. “ЮНЕСКО” йүнәлеше буйынса Рәсәй артистары йыйылма төр­көмө составында Азия, Африка, Европа, Скандинавия илдәрендә һәм Германияла, Ҡытайҙа, Һин­достанда уҙғарылған Рәсәй мәҙәниәте көн­дәрендә сит ил тамашасылары алдында сығыш яһай. Профессор, баянсы Владимир Суханов менән хатта экваторҙы, Радик Гәрәев һәм “Дуҫлыҡ” ансамбле менән төньяҡ полюсты ла киҫеп сыға ул! Тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһындағы Колонна залында Ф. Ғәскәров исе­мендәге бейеү ансамбле менән сығыш яһай. 

Ак­компаниаторлыҡ менән бер рәт­тән, үҙ концерттары аша донъя ха­лыҡ­тары, классик, эстра­да әҫәрҙә­рен, башҡорт, та­тар халыҡ көйҙәрен бар сағыулығында башҡарып, тамашасы кү­ңе­лен арбап өлгөрә музыкант. Легендар шәхестең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: