+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 09:05

Ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Районда юғары вазифа биләгән муниципаль хеҙмәткәр төҙөлөш ойошмаһынан ике миллион һум күләмендә аҡса талап итә.

Ришүәт алыуҙа ғәйепләнә
Ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Районда юғары вазифа биләгән муниципаль хеҙмәткәр төҙөлөш ойошмаһынан ике миллион һум күләмендә аҡса талап итә.

Ришүәт алыуҙа Мәләүез районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары ғәйепләнә.

Енәйәт Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлегендәге иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең оператив-эҙләү эштәре барышында асыҡлана. Район хакимиәте етем балаларға торлаҡ бүлеү программаһын ғәмәлләштереү сиктәрендә туғыҙ фатир төҙөү буйынса аукцион үткәрә. Конкурста еңгән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән муниципаль контракт төҙөлә. Йәмғиәт менән шулай уҡ инвалид өсөн тағы бер фатир алыуға килешеү төҙөргә тейеш булалар. Комиссияның атап үтелгән фатирҙарҙы ҡабул итеү актына ҡаршылыҡһыҙ ҡул ҡуйыуын тәьмин итеү өсөн, район хакимиәте башлығы урынбаҫары төҙөлөш фирмаһынан ике миллион һум аҡса талап итә.

13 майҙа яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең офисында ришүәт алыусының 34 йәшлек аралашсыһы аҡсаны алған ваҡытта тотола. Шул уҡ көндә Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫарын да ҡулға алалар. 

Материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә тапшырылған, Енәйәт кодексының 190-сы статьяның 6-сы өлөш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә.

Автор:
Читайте нас: