+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 09:35

Үле кәүҙәһен тапҡандар

Киң мәғлүмәт саралары Яңауыл ҡалаһынан 34 йәшлек Гөлнара Бәҙретдинованың юғалыуы һәм уны эҙләүҙә ярҙам талап ителеүе тураһында яҙғайны.

Үле кәүҙәһен тапҡандар
Үле кәүҙәһен тапҡандар

Киң мәғлүмәт саралары Яңауыл ҡалаһынан 34 йәшлек Гөлнара Бәҙретдинованың юғалыуы һәм уны эҙләүҙә ярҙам талап ителеүе тураһында яҙғайны.

Ул таныштарынан ҙур сумма аҡса алып торған һәм 6 майҙа магазинға тип сыҡҡан. Шул көндән алып ҡайҙалығы тураһында бер мәғлүмәт тә булмай.

 “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡала янындағы урман буйында уның үле кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатынды үлтергәндәр, сөнки тәнендә быуыу эҙҙәре булыуы асыҡланған.

Журналистар белдереүенсә, ҡатынды үлтереүҙә 31 йәшлек ир шикләнә, ул ғәйебен таныған.

Автор:
Читайте нас: