+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 16:37

Ковидҡа ҡаршы ревакцинация әүҙем бара

Башҡортостанда халыҡты коронавирустан ревакцинациялау әүҙем дауам итә. Уҙған аҙнала ғына 21 меңдән ашыу кеше яңы коронавирус инфекцияһынан ҡабаттан прививка яһатҡан, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Ковидҡа ҡаршы ревакцинация әүҙем бара
Ковидҡа ҡаршы ревакцинация әүҙем бара

Башҡортостанда халыҡты коронавирустан ревакцинациялау әүҙем дауам итә. Уҙған аҙнала ғына 21 меңдән ашыу кеше яңы коронавирус инфекцияһынан ҡабаттан прививка яһатҡан, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Республикала бөтәһе 478 298 кеше ревакцинация яһатҡан.

Балаларға ла вакцина эшләү дауам итә. Бөгөнгө көнгә ҡарата республикаға үҫмерҙәр өсөн 6 940 доза "Спутник М" вакцинаһы килтерелгән. Әле 5 711 бала уның беренсе компонентын алған, 4 275-е вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

2022 йылдың 16 майына ҡарата 2 645 409 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын, ә 2 494 699 кеше икеһен дә яһатҡан.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: