+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 12:02

Һинһеҙ килә яҙҙар

  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында премьера.  Ҡатын- ҡыҙҙар романы буйынса ҡуйылған мөхәббәт хаҡындағы спектакль “Һинһеҙ килә яҙҙар” тип аталасаҡ. Әҫәрҙең авторы - Зифа Ҡадырова, тамашаның ҡуйыусы- режиссеры Айрат Абушахманов.

Һинһеҙ килә яҙҙар
Һинһеҙ килә яҙҙар

 26-27 май көндәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында премьера.  Ҡатын- ҡыҙҙар романы буйынса ҡуйылған мөхәббәт хаҡындағы спектакль “Һинһеҙ килә яҙҙар” тип аталасаҡ. Әҫәрҙең авторы - Зифа Ҡадырова, тамашаның ҡуйыусы- режиссеры Айрат Абушахманов.

Әҫәрҙә ике героиня, ике яҙмыш һүрәтләнә. Уларҙың һәр береһе үҙенсә бәхетле тормош менән йәшәй. Бер көнө барыһы ла селпәрәмә килә. Алһыу иренең хыянат итеүен үҙ күҙҙәре менән күрә, ә  Фирая был хаҡта хәләле вафат булғас ҡына белә. Ҡатын- ҡыҙҙар яҙмыш һынауын бергәләп үтә, тормошта яңынан йәшәргә һәм мөнәсәбәт төҙөргә өйрәнә.

Тормошта бер яңылыш аҙым тотош ғаиләнең юҡҡа сығыуына килтерә. Ләкин ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәй, бер көнө ул өҫкә ҡалҡып сыға. Үкенес һуңлап килә. Кеше ғаилә ҡәҙерен, бер- береңә хөрмәттән башҡа изге тойғоларҙың булмауын аңлай. Ролдәрҙә РиммаҠаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Урал Аминов, Азата Вәлитов, Миңзәлә Хәйруллина, Шәүрә Дилмөхәмәтова һәм башҡалар уйнай.

Яңы спектаклдәргә билеттар әле театр кассаһында. Шулай уҡ тамашаға Пушкин картаһы буйынса ла билет алырға мөмкин.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: