+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2022, 12:18

Иң яҡшы акушер Бәләбәйҙә йәшәй

Өфөлә Профсоюздар йортонда “Иң яҡшы акушер-2022” республика һөнәри конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү булып үтте. Бәйгене Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Шәфҡәт туташтары ассоциацияһы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы ойошторҙо.

Ярым финалға сыҡҡан 31 бәйгесе араһында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы акушеркаһы Ирина Кукушкина иң яҡшыһы тип табылды.

 “2022 йылдың иң яҡшы акушеры” исеменә Башҡортостандың 1 516 медицина хеҙмәткәре дәғүә иткән.

“Конкурста ҡатнашыу ҡатмарлы булманы. Төп эшемдән тыш, медицина колледжында ла уҡытам, – ти был матур бәйге еңеүсеһе. – Сабыйға донъяға килергә ярҙам итеү ҡыуанысын, әсә күҙҙәрендәге бәхетте күреүҙе бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Был миңә артабан эшләргә, йәшәргә көс бирә".

Фото Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: