+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Мая 2022, 07:42

Өфөнән Мәскәүгә көнөнә алты тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ

«Аэрофлот» Өфөнән Мәскәүгә рейстарҙы арттыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән Мәскәүгә көнөнә алты тапҡыр осорға мөмкин буласаҡӨфөнән Мәскәүгә көнөнә алты тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ
Өфөнән Мәскәүгә көнөнә алты тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ

«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 июндән авиакомпания самолеттары «Шереметьево» аэропортына көнөнә биш тапҡыр оса башлаясаҡ. 2 июндән «Аэрофлот» көнөнә алты рейс башҡарыуға күсә.

Әлегә Өфөнән Мәскәүгә көнөнә өс тапҡыр осорға була.

«Аэрофлот»тан тыш, «Победа» , «Урал авиалиниялары », S7, Nordwind, Utai авиакомпаниялары көн дә «Өфө» аэропортынан Мәскәүгә рейстар башҡара.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас