+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуңғырат, түңгәүерҙәр!

2022 йылдың 18-19 июнендә Әбйәлил районында Түңгәүерҙәрҙең 4-се Йыйыны уҙа, тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә ырыуҙың ҡорбашы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Тәүге көндә ырыуҙаштар йәшәгән һәр райондан һайланған делегаттар ҡатнашлығында съезд үтәсәк. Унда "Түңгәүер ырыуы башҡорттарының үткәне һәм киләсәге" тигән темаға ғалимдарҙың сығыштары ҡаралған.Шулай уҡ һәр райондан килгән делегаттар үҙ төбәктәрендәге ырыу хәрәкәте хаҡында мәғлүмәт менән сығыш яһайасаҡ. Көн аҙағында Йыйындың резолюция проекты ҡабул ителә.

Ә 19 июнь көнө башҡорт милли уйындары буйынса «Бәйге» чемпионаты уҙа (командное многоборье). Һүҙ арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа бәйгеләр хаҡында бара.

Шулай уҡ төрлө уйындар, милли көрәш һ.б. ярыштар уҙасаҡ.

Йыйынға мотлаҡ милли кейемдә килергә кәрәк. Һәр район делегаты бер иш үҙ төбәктәренә хас кейемдәрҙә булырға тейеш.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в