+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Сәләмәтлек поездары” ауылдарға ашыға

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында “сәләмәтлек поездары” республиканың бөтә райондарында ла буласаҡ: ауыл кешеләре табип-белгестәрҙә консультация, тәүге медицина ярҙамы ала, медицина тикшереүе үтә аласаҡ.

“Сәләмәтлек поездары” ауылдарға ашыға
“Сәләмәтлек поездары” ауылдарға ашыға

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында “сәләмәтлек поездары” республиканың бер районын да ситләп үтмәйәсәк: ауыл кешеләре табип-белгестәрҙә консультация, тәүге медицина ярҙамы ала, медицина тикшереүе үтә аласаҡ.

Акцияла күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар  һәм маммографтар, күсмә ФАП-тар, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша.

Табиптар бригадаларына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр инә.

Акция башланғандан алып әлегә тиклем 8 582 кеше ҡаралған. 6 267 тикшереү, шул иҫәптән 4 136 флюорография, 2 131 маммография үткәрелгән.

 822 кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары булыуы, 809-ында – холестерин күплеге, 1 196-һында – күтәренке ҡан баҫымы, 727-һендә артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.

744 кешелә социаль әһәмиәткә эйә сирҙәр билдәләнгән: 509-ының йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тарыуы беленгән, 44-ендә - яман шеш үҫешеүенә, 189-ында - шәкәр диабетына, икәүһендә туберкулез барлығына шик тыуған.

Был ауырыуҙарҙың бөтәһе лә йә дауаланыуға, йә артабан тикшерелеүгә ебәрелгән.

296 сырхау Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына тикшерелеүгә, 41-е шунда уҡ дауаланыуға, 17 кеше кардиология үҙәгенә коронароангиография үтергә оҙатылған.

 Бригадалар алты районда график буйынса эшләй:

– Өфө маршруты әле Ҡырмыҫҡалы районында эшен тамамлауға яҡынлаша (16-17 майҙа – БишауылУнғар ауылында, 18 майҙа – Илтуғанда, 19-20 майҙа Николаевкала ҡабул итәсәктәр);

– Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшен теүәлләп килә ( 16-18 майҙа – Абзай ауылында, 19-20 майҙа Ләүзәлә ҡабул итәсәктәр);

– Нефтекама маршруты Ҡариҙел районында эш башлай (16 майҙа – Подлубово ҡасабаһында, 17 майҙа – Артакүл ауылында, 18 майҙа – Иҫке Иткүстелә, 19 майҙа – Тайҡашта, 20 майҙа Үрештә ҡабул итәсәктәр);

– Октябрьский маршруты Шаран районында эшен тамамлай (16-18 майҙа – Салмалы ауылында, 19-20 майҙа Саҡтыла ҡабул итәсәктәр);

– Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эш башлай (16-18 майҙа – Петровское ауылында, 19-20 майҙа Маҡарҙа ҡабул итәсәктәр);

– Белорет маршруты Учалы районында эшен теүәлләй (16-18 майҙа – Уральск ауылында, 19-20 майҙа Ахунда ҡабул итәсәктәр).

Бөтә алты маршрут та ауылдарға график буйынса бара. Акцияға 156 белгес йәлеп ителгән, йәмғеһе 26 күсмә комплекс йүнәлтелгән.

Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй – улар халыҡты  “йәнле сират” буйынса ҡабул итә.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в