+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Мая 2022, 05:29

Лагерҙарҙа күмәк саралар һәм ата-әсә көндәре рөхсәт ителәме – Роспотребнадзор

Быйыл да йәйге миҙгелдә балалар лагерҙарында күмәк саралар һәм ата-әсә көндәрен уҙғарыу тыйыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лагерҙарҙа күмәк саралар һәм ата-әсә көндәре рөхсәт ителәме – РоспотребнадзорЛагерҙарҙа күмәк саралар һәм ата-әсә көндәре рөхсәт ителәме – Роспотребнадзор
Лагерҙарҙа күмәк саралар һәм ата-әсә көндәре рөхсәт ителәме – Роспотребнадзор

Быйыл да йәйге миҙгелдә балалар лагерҙарында күмәк саралар һәм ата-әсә көндәрен уҙғарыу тыйыла. Был турала “Честно говоря” тапшырыуында Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдерҙе.

“Ата-әсәләр балалары менән лагерь етәкселеге билдәләгән регламент буйынса махсус урында ғына осрашырға мөмкин”, — тине ул.

Балалар һауыҡтырыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә махсус талаптар ғәмәлдә ҡала, уларға смена асылырҙан ике көн алда ковидҡа тикшерелергә кәрәк.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас