+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балалар өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинаны клиник тикшереүҙәр башланасаҡ

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәгенең коронавирус инфекцияһына ҡаршы 6-11 йәшлек балалар өсөн вакцинаһын клиник тикшереүҙәр 3 июндә башланасаҡ. Был турала үҙәк директоры Александр Гинцбург хәбәр итте, тип яҙа РИА Новости мәғлүмәт агентлығы.

“Әле ирекмәндәрҙе йыйыу бара, 3 июндә препаратты индерә башлау өсөн электрон карталар әҙерләнә”, – ти Александр Гинцбург.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быға тиклем 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы “Спутник М” вакцинаһын теркәне. Башҡортостанда ата-әсәләр йәки опенкундар рөхсәте менән прививка дүрт меңгә яҡын үҫмергә яһалған.

Фото: РИА Новости/Александр Кряжев.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в