+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юлдарҙа ғүмерҙәр ҡыйыла

10 майҙа Өфө – Яңауыл юлының 133-сө саҡрымында Skoda Roomster менән Renault Sandero машиналары бәрелешеү һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды.

Юлдарҙа ғүмерҙәр ҡыйыла
Юлдарҙа ғүмерҙәр ҡыйыла

10 майҙа Өфө – Яңауыл юлының 133-сө саҡрымында Skoda Roomster менән Renault Sandero машиналары бәрелешеү һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды.

Кисә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләүенсә, 25 апрелдән 11 майға тиклем республикала 140 авария теркәлгән. Уларҙа 172 кеше йәрәхәтләнгән һәм 16 кеше һәләк булған.

Йыл башынан иҫәпләгәндә 983 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (былтырғы йыл менән сағыштырғанда 57 осраҡҡа кәмерәк). Уларҙа 1259 кеше йәрәхәтләнгән (68-гә әҙерәк), 95 кеше һәләк булған (27 кешегә әҙерәк).

Үлемесле аварияларҙың сәбәптәре: машиналар бәрелешеүе (10 кеше һәләк булған), йәйәүлене тапатыу (3 кеше), машинаның түңкәрелеүе (3 кеше).

Йыл башынан 4449 водитель иҫерек килеш тотолған, уларҙың 47-һе авариялар сәбәпсеһе булған.

 

Автор:
Читайте нас в