+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Табиптарға – “коронавирус” түләүҙәре

Рәсәй Хөкүмәте медиктарға “коронавирус” түләүҙәре өсөн тағы 10,5 миллиард һум бүлде. Был турала премьер-министр Михаил Мишустин 11 майҙа ил Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

Табиптарға – “коронавирус” түләүҙәре
Табиптарға – “коронавирус” түләүҙәре

Рәсәй Хөкүмәте медиктарға “коронавирус” түләүҙәренә тағы 10,5 миллиард һум бүлде. Был турала премьер-министр Михаил Мишустин 11 майҙа ил Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

“Быйыл бер тапҡыр бирелеүсе был түләүҙәр, дөйөм алғанда, 11 миллиард һумдан ашыу билдәләнде лә инде. Бөгөн уларҙы түләүҙе дауам итеү өсөн өҫтәмә рәүештә тағы ла 10,5 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүләбеҙ”, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: пациенттарға ярҙам итеп, үҙҙәре ауырыған осраҡта, табиптарға, кесе һәм урта медицина персоналына, тиҙ ярҙам машиналары водителдәренә Рәсәй Президенты инициативаһы буйынса махсус страховка гарантиялары ҡаралған.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в