+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәрлетамаҡ районында башлыҡ алмашынды

Кисә Стәрлетамаҡ районы советы ултырышы үтте. Унда район хәкимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡовтың вазифа вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында мәсьәлә ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Әнүәр Абдрафиҡовтың отставкаға китеүенең сәбәбе контракт мөҙҙәтенең тамамланыуы менән бәйле. Уға 68 йәш, шуға ла артабан был юғары вазифаны биләй алмай.

Депуттар район башлығы вазифаһын ваҡытлыса биләүҙе быға тиклем урынбаҫар булып эшләгән Лилиә Шәйхетдиноваға йөкмәтте.

Билдәле булыуынса, республикала ике район – Иглин һәм Ҡыйғы райондары – ҡатын-ҡыҙҙар иңендә. Күптән түгел Сибай ҡала хакимиәтен ваҡытлыса Гүзәл Ишемғоловаға етәкләне. Лилиә Шәйхетдинова – был юғары вазифаны биләгән гүзәл заттарҙың дүртенсеһе.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в