+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Май 2022, 09:59

Пенсия түләү тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр

1 июндән ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар арттырылған пенсия аҡсаһына иҫәп тота ала. Һүҙ эшләп йөрөүе арҡаһында элекке индексацияларын алмаған ололарға ҡағыла. Мәғлүм булыуынса, әле эшләп йөрөгән пенсионерҙарға аҡсалар арттырылмай. Ләкин эштән киткән ваҡытта улар тәғәйен пенсия аҡсаһының барыһын да алырға тейеш.

Тик был процедураларҙы башҡарыу өсөн Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренә бер ни тиклем ваҡыт талап ителә. Ғәҙәттә эшләп йөрөп кире хаҡлы ялға киткән ололарҙың аҡсаһын индексациялауға өс айҙан  дүрт айға тиклем ваҡыт сарыф ителә. Тимәк июндә февралдә йәки мартта эштән киткән пенсионерҙар индексация аҡсаһын алыу хоҡуғына эйә.

Бынан өсөн пенсия фондына ғариза яҙыу талап ителмәй, сөнки ул эш биреүселәрҙең отчетына ҡарата автоматик рәүештә иҫәпләнә. Ләкин гражданин үҙенең башҡа эшләмәүе хаҡында ғариза яҙып пенсия фондына тәҡдим итә ала. Был уның хоҡуғы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: