+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөләрҙе Ғаилә фестиваленә саҡыралар

Иртәгә, 13 майҙа, “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында Ғаилә фестивале үтәсәк. Сара 13.00 сәғәттә башлана.

Өфөләрҙе Ғаилә фестиваленә  саҡыралар
Өфөләрҙе Ғаилә фестиваленә саҡыралар

Иртәгә, 13 майҙа, “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында Ғаилә фестивале үтәсәк. Сара 13.00 сәғәттә башлана. Фестиваль программаһы биш ҙур өлөшкә бүленгән.

Беренсе блокта “Әсәйҙәр – әсәйҙәргә”, “Белгестәр – әсәйҙәргә”, “Балалар хәүефһеҙлеге”, “Медицина косметологияһы” тигән дүрт параллель секциялар уҙасаҡ. Секцияларҙың һәр ҡайһыһы 13.00 сәғәттән 15.30 сәғәткә тиклем эшләй.

Икенсе блокта оҫталар йәрминкәһе, балалар һәм үҫмерҙәр проекттары, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр эштәре йәрминкәһе, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды күргәҙмәһе, ғаилә темаһына арналған фотокүргәҙмә тәҡдим ителәсәк.

Өсөнсө блокта балалар зонаһы һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бында ғаиләләр балаларын улар өсөн уйындар уҙғарыусы хеҙмәткәрҙәр ҡарамағында ҡалдырырға, Башҡортостан Атайҙар советының күңелле старттарында ҡатнашырға мөмкин. “Һөйөү менән” балалар хәйриә фонды, “Таҙа Өфө” йәмғиәте, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр ялы үҙәге менән берлектә ижад менән шөғөлләнергә лә мөмкин буласаҡ.

Дүртенсе блоктағы ғаилә фотозонаһы күптәр күңеленә хуш килер, теләүселәр шулай уҡ совет йәнһүрәттәрен ҡарай ала. Фестивалгә анимация һәм фәнни шоу, Башҡортостан студент отрядтары әҙерләгән һөнәри йүнәлешле квест, “СОГАЗ-МЕД” страховка компанияһынан квест та яңы йөкмәтке өҫтәйәсәк. 

Бишенсе блок сиктәрендә концерт программаһы тәҡдим ителәсәк, белгестәрҙән бушлай консультация алырға мөмкин. Бынан тыш, бизнес-леди, психолог, яҙыусы, “Күңел йорто” ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойоштороусы Эльвира Смирнова һәм арт-терапевт, балалар психологы Елена Бурьеваның семинарҙары үтәсәк.

Башҡортостандың әүҙем ғаиләләренең «МногодетОК» тигән берлеге 2021 йылдың апреленән башлап Ғаилә фестивалдәрен ойоштора. Былтыр 13 сара уҙған, уларҙа 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в