+16 °С
Болотло
Әбйәлил районы ЗАГС-ында быйыл тәүгә игеҙ бала теркәлгән: Мария менән Азат Ғиләжевтарҙың Марат һәм Мират исемле улдары тыуған.
Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаиләлә тағы өс бала тәрбиәләнә: Артем, Анжелика һәм Алиса.
«Ике ғаиләлә лә игеҙәктәр бар, шуға игеҙ балаларҙың тыуыуына аптырайһы түгел. Әсәнең дә игеҙәге, атай яғынан да игеҙ туғандары бар», - тип белдерҙеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
Ғаилә башлығы Азат – Магнитогорск металлургия комбинатында, ә ҡатыны Мария мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Ишле ғаилә үҙҙәренең ҙур йортонда йәшәй, хужалыҡ тота, баҡса үҫтерә.
Фото: "Башинформ"дан.